Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Республика хужалыҡтары сенаж һала башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республикала мал аҙығы әҙерләү осоро башланды. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төбәктә 33 район хужалығы эшкә тотонған.

Төбәк аграрийҙары 30 мең тонна сенаж һалған да инде. Был ошо көнгә уҙған йылғы күрһәткестән өс тапҡырҙан ашыуға күберәк. Планға ярашлы, бөтәһе 2 миллион тонна самаһы сенаж әҙерләргә кәрәк. Иң күп һутлы мал аҙығы Ауырғазы районында әҙерләнгән — 10 мең тонна. Артабан Стәрлетамаҡ (9,8 мең тонна), Туймазы (2,5) һәм Саҡмағош (2,1) райондары килә.

Бесән сабыу ҙа башланды. Әле 2 мең тонна әҙерләп ҡуйылған, туғыҙ райондың хужалығы бесән әҙерләү менән мәшғүл. Дөйөм алғанда, бесән запасы 820 мең тоннанан кәм булмаҫҡа тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1176165-khozyaystva-bashkirii-nachali-zagotovku-senazha-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть