Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда баҡсасы колибриҙы видеоға төшөргән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Күмертауҙа баҡсасы Башҡортостан өсөн ғәҙәти булмаған ҡошто видеоға төшөргән. Ул тышта донъялағы иң бәләкәй ҡош осоп йөрөгәнен күргән һәм кеҫә телефонына төшөрөп алған.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, колибри ҡыуаҡлыҡтар өҫтөндә елпенгән, сәскәләрҙән нектар йыйғандыр, моғайын.

«Донъялағы иң бәләкәй ҡоштар Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка биләмәһендә генә йәшәй. Ҡарлуғас һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ошо илдәрҙә таралған. Колибриҙарҙың төньяҡ киңлектәргә, бигерәк тә Башҡортостан биләмәһенә нисек килеп сығыуҙарын төшөнөргә генә ҡала»,- тип хәбәр итә телеканал.

Белешмә

Колибри  - ҡарлуғас һымаҡтар отрядынан бәләкәй ҡоштар ғаиләһе. 350-нән ашыу төрө билдәле. Америкала (Көньяҡ Алясканан һәм Лабрадорҙан алып Утлы Ергә тиклем) йәшәй. Донъяла артҡа осорға һәләтле берҙән-бер ҡош.

http://www.bashinform.ru/news/1176092-v-bashkirii-dachnik-snyal-na-video-kolibri/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть