Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

22 июндә төбәктә малсылыҡтағы иң яҡшы белгестәр билдәле була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

22 июндә Башҡортостандың Благовар районында малсылыҡ өлкәһендә иң яҡшы белгестәрҙе атайҙар.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында машина менән һауыу операторҙарының, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының республика конкурстары, шулай уҡ зоотехник-селекционерҙарҙың тәүге конкурсы була.

Конкурстар һөнәри оҫталыҡты, практик белемде камиллаштырыу һәм белгестәрҙең теоретик белемдәрен арттырыу өсөн уҙғарыла. Бынан тыш, был конкурстар малсылыҡ өсөн кадрҙар әҙерләгәндә алдынғы тәжрибәне таратыуға йүнәлтелгән, – тип аңлатты Ауыл хужалығы министрлығының инвесторҙар менән эш итеү һәм тышҡы бәйләнештәр бүлеге белгесе Люциә Кәримова.

Һөнәри оҫталыҡ конкурстарында район яраштары еңеүселәре һәм призерҙары – ауыл хужалығы ойошмалары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары вәкилдәре ҡатнаша.

Быйыл өс конкурс буйынса дөйөм ҡатнашыусылар һаны 130 кешенән артып китә.

http://www.bashinform.ru/news/1176137-22-iyunya-v-bashkirii-nazovut-luchshikh-spetsialistov-v-zhivotnovodstve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть