Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республикала «Мәргән уҡсы» традицион яндан уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивале үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Иглин районында «Мәргән уҡсы» традицион яндан уҡ атыу буйынса III халыҡ-ара фестивале үтә. Сара 6-7 июлдә була.

Фестиваль сиктәрендә ике турнир ойошторола – район хакимиәте башлығы бүләгенә атта һыбай килеш уҡ атыу һәм традицион яндан уҡ атыу буйынса турнир. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң яҡшы 12 уҡсыһы асыҡлана. Нәҡ улар республиканан төбәк һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһай.

Шулай уҡ «Евразия кубогы» халыҡ-ара турнирын уҙғарыу күҙалланған. Унда Башҡортостан Республикаһы йыйылмаһы, Рәсәй төбәктәренән һәм сит дәүләттәрҙән уҡсылар ҡатнаша.

  

«100-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Ул ҡатнашыусылар Словакиянан, Германиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Белоруссиянан, Башҡортостандан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән», — тип һөйләне ойоштороусылар.

Фестивалдең маҡсаты – халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү, атта һыбай килеш уҡ атыуҙы һәм традицион яндан уҡ атыуҙы популярлаштырыу, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Фестивалде уҙғарыуға 90 мең һум күләмендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты бүленгән.

http://www.bashinform.ru/news/1175882-v-bashkortostane-sostoitsya-mezhdunarodnyy-festival-strelby-iz-traditsionnogo-luka-mergen-uksy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть