Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостан профессоры Төрки академияһының алтын миҙалы менән бүләкләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Халыҡ-ара Төрки академияһы Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Хакимиәте ярҙамында Астанала III «Бөйөк дала» гуманитар фәндәр форумы үткәрҙе, тип хәбәр итә Zakon.kz.

Форумда Евразия халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм һаҡлау; яңы шарттарҙа төркиәт фәндәрен үҫтереү мөмкинлектәре һәм перспективалары; төрки телле илдәрҙә, республикаларҙа һәм төбәктәрҙә милли әҙәбиәттәрҙең һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса фәндәрҙең хәҙерге торошо һәм көнүҙәк проблемалары; боронғо замандан беҙҙең көндәргә тиклем төрки дәүләтселек йолаларының үҙенсәлектәре кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Сарала Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Азербайжандан, Үзбәкстандан, Төркиәнән, Монголиянан, Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, АҠШ-нан, Германиянан, Польшанан, Молдованан күренекле ғалимдар, сәйәсмәндәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ бер төркөм абруйлы халыҡ-ара ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй делегацияһына Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы, Новосибирскиҙағы, Рәсәй Федерацияһының бер нисә субъекттарындағы, шул иҫәптән Башҡортостандағы төркиәт мәктәптәренең алдынғы белгестәре инде.

Форум сиктәрендә төркиәт фәндәрен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Рәсәйҙең билдәле ғалимдары бүләкләнде. Ҡаҙағстандың дәүләт секретары Гөлсара Әбдиҡалыҡова филология докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Фирҙәүес Хисаметдиноваға Төрки академияһының алтын миҙалын тапшырҙы.  

http://www.bashinform.ru/news/1176027-professor-iz-bashkirii-poluchila-zolotuyu-medal-tyurkskoy-akademii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть