Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөгә Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән таш алып ҡайттылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөгә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән — Эстониялағы Палдиски ҡалаһынан (элекке Рогервик ҡәлғәһе) таш алып ҡайттылар.

Кисә «Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһы Өфөгә ҡайтты. Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов етәкселегендә ижади төркөмдө дуҫтары, туғандары һәм журналистар ҡаршы алды.

Экспедицияла ҡатнашыусылар был ташты Салауат һөргөндә саҡта таш сығарған урындан алыуҙары хаҡында һөйләне. Эстония еренән символик сәләмде Башҡортостандың баш ҡалаһындағы һәйкәл нигеҙенә һалдылар.

  

«Салауат Юлаев образы халыҡ хәтерендә йәшәй. Президент гранттары фонды проектты ғәмәлгә ашырыуға аҡса бүлеүе Салауат Юлаевтың исеме бөтә Рәсәй кимәлендә хөрмәт ителеүе хаҡында һөйләй, тине Фәрит Ғәбитов. — Беҙҙе ҡабул иткән һәр ҡалаға рәхмәтлебеҙ. Әммә сәфәрҙән күңелдә ҡалған төп тәьҫораттарҙан Эстония халҡына ҡарата ихтирам тойғоһон атар инем. Беҙҙең тойғолар Салауат эҙҙәрен һаҡлаған ошо ташта сағылһын».

11 ҡатнашыусынан торған киноэкспедиция 22 көндә Өфөнән Палдискиға тиклем бөтә Рәсәй һәм Эстонияның бер өлөшө буйлап үтте. Салауат Юлаевтың тыуған көнөн Өфөнән ижади төркөм батырҙың 1800 йылға тиклем ғүмеренең яртыһын уҙғарған урындарҙа ҡаршыланы.

Зөһрә Бураҡаева хәбәр итеүенсә, юлда интернациональ кинотөркөмө 12 ҡалала булды һәм 15 сара үткәрҙе. Бөтә ҡалаларҙа башҡорт режиссерҙарының, шул иҫәптән Азамат Хужахмәтовтың «Оран» документаль фильмын, Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән», балалар фильмдарын күрһәтте, тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән осрашты, Салауаттың эҙҙәрен эҙләне, архивтар менән танышты. Юл дауамында фильм төшөрҙө.

Ғалим Мирас Иҙелбаев йыйылғандарға Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналиндың был юл буйлап көҙгө һыуыҡта ике ай барыуын хәтергә төшөрҙө.

  

«Һәр ҡалала Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин ысынлап үткән урындарҙы табырға тырыштыҡ. Күп кенә ҡалаларҙа таптыҡ, беҙгә урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр ярҙам итте. Беҙ ул торған биналар, оҙатыу хаттары тапшырылған канцелярия биналары менән ҡыҙыҡһындыҡ, тип һөйләне ғалим Мирас Иҙелбаев. — Тарту ҡалаһында Эстония республикаһының бөтә архивы. Унда торған бүгәсәүселәрҙең материалдары шунда һаҡлана. Беҙҙең килеүгә Салауат Юлаев тураһында документтар менән ике ҙур эш әҙерләгәйнеләр. Мин күп йылдар ошо тема өҫтөндә эшләйем һәм был документтарҙағы һәр хәрефте беләм, әммә төп нөсхәләрен ҡулға алыу айырыуса тулҡынландырҙы. Улар фильмда күрһәтеләсәк».

Экспедиция материалдары нигеҙендә төшөрөлгән фильм режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның документаль-постановка картинаһына инә. Фильмды Салауат Юлаев вафат булған көндө, 26 сентябрҙә, «Родина» кинотеатрында күрһәтеү күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1175901-v-ufu-privezli-kamen-s-mesta-poslednego-pristanishcha-salavata-yulaeva-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть