Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: 1 июлдә Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек, 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар арта. Республикала йәшәүселәрҙең был өлкәгә сығымдары уртаса 5,9 процентҡа күтәрелеүе билдәле инде.

Шулай итеп, һандарға. Һыуыҡ һыу тәьминәте хеҙмәттәре өсөн кубометрға 23,77 һум урынына 25 һум (1,23 һумға күберәк) түләргә тура килә, һыу таратҡыс өсөн хеҙмәт хаҡы 23,82 һумдан 29,78 һумғаса (5,96 һумға күберәк) күтәрелә.

Йылытыу 2057,45 һумға ҡәҙәр ҡиммәтләнә, ул алданғынан 79,13 һумға күберәк.

Электр плиталары булған йорттар өсөн электрға киловатт өсөн 2,01 һум урынына – 2,11 һум; электр плиталары булмаған йорттарға киловатт хаҡы 2,87-дән 3,01 һумғаса артҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1176069-zhkkh-s-1-iyulya-v-bashkirii-vyrastut-tseny-na-kommunalku-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть