Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан депутаттары Саксония премьер-министры менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Германияла сәфәрҙә булған Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарының рәсми делегацияһы Саксонияның Дәүләт канцелярияһында булды һәм республиканың премьер-министры Михаэль Кречмэр менән осрашты. Башҡортостандың һәм Саксонияның иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәренең ғәмәлдәге һәм перспективалы йүнәлештәрен киңәйтеү мөмкинлектәрен өйрәнеү осрашыу үҙәгендә булды. Уҙған көндәрҙә шулай уҡ Саксония иҡтисадына булышлыҡ итеү департаментында республиканың мөмкинлектәре менән таныштырҙылар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәре буйынса дәүләт комитетында.

Был көндөрҙә Өфөлә Саксонияның бизнес-миссияһы, уның маҡсаты – яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу һәм сәнәғәт өлкәһендә кооперацияны үҫтереү. Бынан тыш, августа Саксонияның Ландтаг делегацияһын ҡабул итеү күҙаллана. Ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү төп темаларҙың береһе була.

http://www.bashinform.ru/news/1175937-bashkirskie-deputaty-vstretilis-s-premer-ministrom-saksonii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть