
Синоптиктар республиканың ҡайһы бер райондарында боҙ-борсаҡ яуыуын фаразлай

Синоптиктар республиканың ҡайһы бер райондарында боҙ-борсаҡ яуыуын фаразлай Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.
Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡланыуға ҡарамаҫтан бөгөн, 21 июндә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төньяҡ райондарҙа уртаса. Бынан тыш, синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа йәшен һәм боҙ-борсаҡ вәғәҙәләй.
Ел көнбайыштан уртаса тиҙлектә иҫә, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ 19-24 градус.