Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа йәшәгән урындан ситтә тауыш бирергә мөмкин — Хәйҙәр Вәлиев

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлағанда республика халҡы йәшәгән урынынан ситтә тауыш бирә. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне.

«Хәҙер һайлаусылар йәшәгән урындан ситтә тауыш биреү тураһында алдан ғариза тапшыра ала. Ғаризаны 2018 йылдың 25 июленән 5 сентябренә тиклем территориаль һайлау комиссияһы, күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге аша йәки Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында электрон төрҙә бирергә мөмкин», — тип һөйләне Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.

Йәшәгән урындан ситтә участка һайлау комиссияһы аша, шулай уҡ йәшәгән урын буйынса участка һайлау комиссияһына махсус ғариза яҙыу мөмкинлеге ҡарала.

Һайлауҙы Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ойоштора, сәйәси партиялар күрһәткән кандидаттар исемлеген теркәү уның вәкәләттәренә инә. Бер мандатлы округтар буйынса кандидаттарҙы округ комиссиялары теркәй. Уларҙың вәкәләттәре 39 территориаль комиссияға йөкмәтелгән. Тауыш биреүҙе 3391 участка комиссияһы уҙғара.

Төбәктең закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнгән. Республикала йәшәүселәр 110 депутат һайларға тейеш. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.

http://www.bashinform.ru/news/1175752-v-bashkirii-na-vyborakh-v-gossobraniya-mozhno-golosovat-po-mestu-nakhozhdeniya-khaydar-valeev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть