Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Сыуашстанда Салауат Юлаев ташы Батырҙар ташы аллеяһында тәүге таш булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Сыуашстанда Салауат Юлаев ташы Батырҙар ташы аллеяһында тәүге таш булды.

Ул Сыуашстандың Чебоксар районының М. Сундырь ауылында сувар-болғар-сыуаш этнография үҙәгендә урынлашҡан. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһында ҡатнашыусылар хәбәр итте.

Фильмдың сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева һөйләүенсә, Сыуашстанда билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Сорокин делегацияны күптән түгел асылған Этнография үҙәгенә алып килде. Уны ойоштороусы ла, инвестор ҙа ул үҙе. Бында ул Батырҙар ташы аллеяһын асыу хаҡында уй-ниәттәре менән бүлеште.

Һөйләшеү барышында киноэскпедиция Эстониянан ҡайтҡан саҡта үҙәктә башҡорттарҙың милли геройы хөрмәтенә тәүге таш һалыу тураһында килешелде. Вәғәҙә үтәлде. Экспедицияла ҡатнашыусыларҙы Сыуашстан Тыуған яҡты өйрәнеүселәр союзы рәйесе, танылған йәмәғәт эшмәкәре Виктор Станъялов һәм Сергей Сорокин үҙе ҡаршы алды.

Ҡунаҡтарҙы квас һәм икмәк менән сәләмләгәндән һуң, уларҙы таш янына саҡырҙылар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был — аллеяла тәүге таш.

«Салауат Юлаевты һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды мәңгелек һөргөнгә илткән Ҡазан — Түбәнге Новгород тракты тап ошо яҡтан үткән, шуға күрә ташта «1775 йыл» — батыр ошо ерҙән ҡасан уҙған, шул дата яҙылған, — тип һөйләне Зөһрә Бураҡаева. — Этнография үҙәге уникаль парк булып тора, бында реконструкциялар, милли байрамдар ойошторола. Почта музейы экспозицияһы асылды. 24 июндә «Хра Вуди Поххи» халыҡ байрамы үткәрелә, ул йыл һайын республиканың төрлө мөйөштәренән, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ватандаштарын йыя. Шуныһы ҡыуаныслы: байрамдың меңдәрсә ҡунағын Салауат Юлаев ташы ла ҡаршылай».

«Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһы бөгөн, 20 июндә, Палдискиҙан Өфөгә ҡайтты.

http://www.bashinform.ru/news/1175588-v-chuvashii-pervym-v-allee-kamney-batyrov-stal-kamen-salavata-yulaeva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть