Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған халыҡ-ара ғилми конференция уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәте булышлығында 4-7 июлдә «Рәсәйҙәге традицион Ислам һәм билдәле башҡорт ғалимы, дин белгесе, мосолман донъяһының мәғрифәтсеһе шәйех Зәйнулла Рәсүлев» халыҡ-ара ғилми конференцияһы ойошторола.

Конференцияны асыу тантанаһы һәм пленар ултырыш 5 июлдә Өфөлә була. 6 июлдә Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында тантаналы саралар уҙғарыла. 7 июлдә Учалы ҡалаһында тантаналар ойоштороу, Зәйнулла Рәсүлевтың тыуған төйәгенә һәм изге Әүештауға барыу күҙаллана.

Ойоштороусылар — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы дин эштәре буйынса совет, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы.

http://www.bashinform.ru/news/1175549-v-bashkirii-i-chelyabinskoy-oblasti-proydet-mezhdunarodnaya-nauchnaya-konferentsiya-posvyashchennaya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть