Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Республика рапирасылары Тимур Сафин һәм Тимур Арыҫланов — фехтование буйынса Европа чемпиондары

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостан фехтованиеһының ике тәрбиәләнеүсеһе Европа чемпионатында алтын миҙал яуланы. Тимур Сафин һәм Тимур Арыҫланов Рәсәй йыйылмаһы составында Сербияла почет пьедесталының тәүге баҫҡысына күтәрелде.

Тәүҙә Рәсәй рапирасылары майҙан хужаларын 45:25 иҫәбе менән ҡыйратты, һуңынан украиндар илебеҙ йыйылмаһын еңә алманы. Ярымфиналда спортсыларыбьыҙ француздарҙан көслөрәк булып сыҡты.

Финал ярышында Тимур Сафин һәм Тимур Арыҫланов сығыш яһаны. Башҡортостан рапирасылары коллегалары менән бергә Италия йыйылмаһын еңде (45:38).

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: фехтование буйынса Европа чемпионатында 14 команда ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1175652-rapiristy-iz-bashkirii-timur-safin-i-timur-arslanov-stali-chempionami-evropy-po-fekhtovaniyu/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть