Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан телдәрҙе һаҡлау буйынса проекттарға дөйөм суммаһы 50 миллион һумлыҡ гранттар тапшыра

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Хөкүмәте дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән республика башлығы гранттарын тапшырыу тәртибен раҫланы.

Грантҡа дәүләт һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге һәм йәмәғәт ойошмаларының проекттары дәғүә итә ала.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы тиҙҙән грант алыуға конкурс уҙғара. Гранттарҙың дөйөм суммаһы -  50 миллион һум, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

http://www.bashinform.ru/news/1175502-bashkortostan-predostavit-granty-na-obshchuyu-summu-50-mln-rubley-na-proekty-po-sokhraneniyu-yazykov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть