Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Июль башында ниндәй диңгеҙгә барырға: ялдың иң арзан йүнәлештәре билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Туроператорҙар ассоциацияһының аналитика хеҙмәте июль башында диңгеҙҙә ял итеүҙең иң арзан йүнәлештәрен билдәләне. Эксперттар ҙур һорау менән файҙаланған Төркиә, Греция, Кипр, Испания, Италия, Болгария, Черногория, Таиланд, Тунис, Анапа, Ҡырым, Сочи йүнәлештәре буйынса 6 июлдә Мәскәүҙән осош менән ике өлкән кешегә бер аҙналыҡ пляж турына хаҡтарҙы тикшерҙе.

Тәүге урындарҙа — Сочи һәм Ҡырым, улар йәйге миҙгелдә иң осһоҙ пляж йүнәлештәре булыуын дауам итә. Өҫтәүенә Ҡырым — июлдә уртаса хаҡы төшкән берҙән-бер эске йүнәлеш (июнь аҙағы менән сағыштырғанда 8 меңгә аҙыраҡ). Сочиҙа турҙың уртаса хаҡы 5 меңгә артҡан. Һөҙөмтәлә Сочиға авиаосош менән ике кешегә пакет пляж туры  22 676 һум тора; Ҡырымға — 23-24 мең һум самаһы; өсөнсө урында — Болгария (29 мең һум), дүртенселә — Анапа, был курортҡа хаҡтарҙың түбәнге планкаһы яҡынса 10 меңгә артҡан һәм хәҙер ике кешегә 30 770 һум тәшкил итә. Бишенсе баҫҡыста — Греция (35 140 һум). Артабан Төркиә (39, 8 мең һум), Кипр (45 185 һум), Черногория (46 600 һум), Таиланд (60 925 һум) һәм Тунис (66 392 һум) килә. Италияла ике кешелек минималь ял итеү хаҡы әлегә 67 659 һум тәшкил итә, ә Испанияға 80 365 һум тора.

http://www.bashinform.ru/news/1175345-samye-/

Теги: йәйге ял
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть