Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Республиканың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

20 июндә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында рәсми рәүештә ҡабул итеү кампанияһы башлана – бөгөндән абитуриенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һөнәрҙәргә документтарын тапшыра ала.

Шуның менән бергә берҙәм дәүләт имтиханының төп тулҡыны дауам итә, һайлау буйынса һуңғы имтихан 2 июлдә була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн рус теленән һәм база кимәлендәге математиканан, шулай уҡ һайлаған һөнәргә ҡарап, һайлау буйынса ике-өс имтихан һөҙөмтәләрен бирергә кәрәк. Ҡайһы бер вуздар һәм факультеттар, мәҫәлән, ижади, үҙҙәренең өҫтәмә ҡабул итеү һынауҙарын ойоштора.

Әгәр абитуриенттар берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инә икән, вуздарға документтар ҡабул итеү 26 июлдә тамамлана. Юғары уҡыу йорто үҙе һынауҙар үткәрһә, документтар ҡабул итеү 10 июлдән дә һуңға ҡалмайынса дауам итергә тейеш. Уҙған йылдағы кеүек үк, абитуриенттар биш вузға өс төрлө һөнәргә документтар тапшыра ала.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен алғандан һуң, сығарылыш уҡыусылары «Уҡырға ин. Онлайн» махсус сервисы ярҙамында үҙҙәренең вузға инеү мөмкинлеген баһалау мөмкинлегенә эйә. Был калькуляторҙа абитуриенттың берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре бар, ул уның ниндәй уҡыу йорттарына һәм һөнәрҙәргә үтә аласағын күрһәтә.

Ҡабул итеү кампанияһы ваҡытында абитуриенттар өсөн төп даталар:

20 июнь — вуздар документтар ҡабул итә башлай;

26 июль — ғаризалар ҡабул итеү тамамлана;

27 июль — уҡырға алыу башлана;

29 июль — уҡырға алыу тураһында приказ сығарыла;

3 август — уҡырға алыу  тураһында икенсе приказ сығарыла;

8 август — буш урындарға һәм түләүле бүлектәргә уҡырға ҡабул итеү башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1175429-v-vuzakh-bashkirii-startuet-priemnaya-kampaniya-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть