Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Шүлгәнташ мәмерйәһе - Рәсәйҙә иң матур бишәү иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе Рәсәй биләмәһендә ҙур танылыу алған һәм матур биш мәмерйә рейтингына инде, тип хәбәр итә РИА Новости.

Мәмерйәнең атамаһы «таш» һәм «шүлгән» («юҡҡа сыҡҡан») һүҙҙәренән алынған. Мәмерйәгә ингән  урында һул яҡтан – Зәңгәр күлдән ер аҫты йылғаһы Шүлгән ағып сыға. Ул Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгәнташ мәмерйәһе донъяла палеолит осоро рәсемдәре менән танылыу яуланы. Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең йәше — яҡынса 14-14,5 мең йыл.

Рейтингтағы ике мәмерйә – Сочиҙа. Ахштыр мәмерйәһе Адлерҙа һәм Сочиҙа иң мөһим мәмерйә һанала. Уға өлкән кеше лә, бала барып етә ала, мәмерйә Мзымта өҫтөндәге ҡаяла урынлашҡан. Мәмерйәнең үҙенә ҡая менән упҡын араһындағы тар һуҡмаҡтан барырға мөмкин.

Воронцов мәмерйәләре системаһы — миллиондарса йыл элек элек тәбиғәт тыуҙырған ер аҫты мөғжизәһе ул. Мәмерйәләрҙең ҙурлығы һәм матурлығы Сочиға ял итергә килгән бик күп туристарҙы йәлеп итә. Мәмерйәләр Хостинский районында урынлашҡан, хәҙер уларға теләге булған һәр кем бара ала. Комплекстың исеме эргәләге Воронцовка ауылынан алынған.

Хакасиялағы Кашкулакск мәмерйәһе (Ҡара Иблес мәмерйәһе) шамандарҙың культ урыны ролендә сығыш яһаған, улар унда нәҫел-ырыуҙы дауам итеү һәм уңдырышлылыҡ символы булған сталагмитҡа табынған, шулай уҡ ҡорбан килтергән. Хәҙер мәмерйәгә экскурсия менән барырға мөмкин.

Көнгөр мәмерйәһе Пермь крайында урынлашҡан. Уның өҫкө өлөшө боҙ ҡатламы, бәҫ менән ҡапланған. Ғалимдар баһалауынса, боҙ ҡатламдарының йәше — яҡынса 10 мең йыл.

http://www.bashinform.ru/news/1175383-shulgan-tash-voshla-v-top-5-samykh-krasivykh-peshcher-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть