Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә тәүге тематик студент троллейбусы Стәрлетамаҡта йөрөй башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Стәрлетамаҡта ҡабул итеү кампанияһы башланыр алдынан Рәсәйҙә тәүге «студент» троллейбусы линияға сыҡты.

Тематик транспорт сараһын сығарыу ниәте уҡыу йортон, шулай уҡ ҡала электр транспортын популярлаштырыу өсөн Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы менән берлектә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына ҡарай.

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры урынбаҫары Игорь Сыров һүҙҙәренсә, троллейбус хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә белем таратыу урыны ла була. Студенттарҙың ғәҙәти байрамдарында бында төрлө акциялар үткәреү күҙаллана.

Троллейбус студент тормошо рухында биҙәлгән. Бында шпаргалкалар «музейын» күрергә, имтиханды уңышлы тапшырыу өсөн табан аҫтына һалырға «биш һум» аҡса алырға, ипровизацияланған «ғилми» фотозонала ғалимдар фонында фотоға төшөргә, Instagram-ға сельфи эшләргә була, һуңғыһы #СтәрлетамаҡСтуденттары #БашДУ-ныңСтәрлетамаҡФилиалы хэштегын ҡуйғанда «маҡтау таҡтаһына» эләгә, тип яҙа cityopen.ru.

http://www.bashinform.ru/news/1175553-pervyy-v-rossii-tematicheskiy-studencheskiy-trolleybus-vyshel-na-liniyu-v-sterlitamake/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть