Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн компенсация түләүҙәре күләме индексациялана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн компенсация түләүҙәре күләме индексациялана, тип хәбәр итә Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы.

Әле 810 мең кеше торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә социаль ярҙам саралары ала.

Былтыр компенсацияны түләүгә ике кимәлдәге бюджеттан 7,810 миллиард һум бүленгән. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында – 1,957 миллиард һум.

Ярҙам саралары алыусылар иҫәбенән һәм түләнгән аҡса күләменән сығып иҫәпләгәндә, республикала уртаса түләү күләме артҡан килеп сыға. Атап әйткәндә, 2016 йылда бер ғаиләгә уртаса пособие күләме айына 2053,67 һум булған, 2017 йылда – 2144,95 һум, ә 2018 йылдың 1 майына ул 2197,88 һумға еткән.

Тарифтар күтәрелер алдынан 2018 йылдың 1 июленән түләүҙәр күләме ҡануниәткә ярашлы индексациялана.

Әлеге ваҡытта айырым граждандар категорияларына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре сығымдарына бер нисә компенсация төрө бар. Миҫалға, дәүләт 70 йәштән өлкән кешеләр өсөн граждандарға айлыҡ аҡсалата компенсация, субсидия, капиталь ремонтҡа түләүҙәргә компенсация формаһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙы компенсациялай.

Компенсация түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы сайтында табырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1175291-s-1-iyulya-v-bashkirii-proindeksiruyut-razmer-vyplat-kompensatsiy-za-zhku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть