Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Динар Абдуллин Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурс еңеүсеһе булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ ҡоралдарында башҡарыусылар республика конкурсы йомғаҡ яһаны. Кисә, 19 июндә, Һабантуйҙа гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артисы Динар Абдуллин конкурс Гран-прийын яулаусы тип танылды.

Сара күренекле ҡурайсының тыуған төйәгендә, Башҡортостандың Йылайыр районында уҙҙы. Быйыл традицион конкурс музыканттың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды.

Конкурста ҡурайҙа, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусылар, ҡурайсылар ансамблдәре, ғаилә ансамблдәре ҡатнашты. Һәр номинацияла еңеүселәр асыҡланды.

Өфөнән «Айсулпан» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, Йылайыр районы Ҡурайсылар ансамбле, Сибайҙан Ғайсиндарҙың ғаилә ансамбле, Учалы ҡалаһынан «Толпар» ҡурайсылар ансамбле, Өфөнән ҡурайсы Илһам Әхмәдйәнов, Күгәрсен районынан Ирек Исхаҡов, Ғафури районынан Рәмил Ҡотосов, Ейәнсура районынан Рафиҡ Исҡужин төрлө номинацияларҙа беренсе урын алды.

Музыка ҡоралдарын етештереүсе оҫталар араһында Рәмил Хөснуллин һәм Мөхәмәт Түлебаев иң яҡшылары булды.

Йошкар-Олонан (Мари Иле) 76 йәшлек Муса Нурдәүләтов иң өлкән ҡатнашыусы булды. Сибайҙан һигеҙ йәшлек думбырасы Ынйы Ғайсина иң йәш ҡатнашыусы тип билдәләнде. Ул шулай уҡ балалар номинацияһында еңеү яуланы.

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов етәкселегендә жюриҙа күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре эшләне.

http://www.bashinform.ru/news/1175041-v-bashkortostane-pobeditelem-konkursa-imeni-ishmully-dilmukhametova-stal-dinar-abdullin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть