Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов ташлама менән ҡулланыусы граждандарҙы ер участкалары менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /.

Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ташлама менән ҡулланыусы граждандарҙы ер участкалары менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, муниципалитет вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов республикала бындай ярҙамды күп балалы һәм инвалид бала тәрбиләүсе ғаиләләр генә алмауын билдәләне. Ер участкалары менән шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булып иҫәптә торған граждандар, алдан йәш ғаилә булараҡ иҫәпкә ҡуйылған бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тәьмин ителә.

- 2012 йылда 52 меңгә яҡын участка бирелгән. Әммә сиратта – тағы ла 37 меңдән ашыу ғаилә, – тине төбәк етәксеһе. – Коллегалар, беҙҙең алда киләһе йылға ишле ғаиләләр өсөн ер участкалары мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. Был категория беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө. Шундай бурысты беҙгә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡуя.

Башҡортостанда 51 480 күп балалы ғаилә йәшәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Уларҙан 30 меңгә яҡын ғаилә участка алған инде. Был Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе һөҙөмтә.

Бөрйән, Дыуан һәм Ҡыйғы райондарында бөтә ишле ғаиләләр ер участкалары менән тәьмин ителгән. Баҡалы, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовещен, Борай, Ҡырмыҫҡалы һәм Хәйбулла райондарында мәсьәлә хәл ителгән тиерлек.

— Ҡалған муниципалитеттар ныҡ ҡына ҡалыша. Хәл бөтөнләй ҡатмарлы булған муниципалитеттар һәм ҡала округтары бар. Шишмә районы, Өфө һәм Нефтекама – бөгөнгә күп балалы ғаиләләргә ер биреү күрһәткесе 20 процентҡа етмәй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Формаль рәүештә мәсьәләне хәл итеү буйынса раҫланған юл карталары бар, әммә улар йыш ҡына үтәлмәй. Сәбәптәр бер нисә, шул иҫәптән ер участкаларында инженер, социаль инфраструктура булдырыу өсөн финанслау етмәү. Бынан тыш, ҡала округтары һәм муниципалитеттар араһында килешә алмаусанлыҡты күрәбеҙ. Ер мәсьәләләре ҡатмарлы, ауыр, йылдар буйына хәл ителә. Йыш ҡына һуҙылыу бөтә кимәлдәрҙәге битарафлыҡҡа бәйле. Ә беҙгә халыҡҡа ярҙам итергә кәрәк.

Төбәк етәксеһе ташламалары булған граждандар өсөн ер участкалары булдырыуҙа башҡарма власть һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ урындарҙа өҫтәмә финанслауҙа республика бюджетынан муниципаль бюджет берәмектәренә трансферттар биреү тәжрибәһен ыңғай баһаланы.

— Проблеманы комплекслы, системалы нигеҙҙә хәл итергә кәрәк. Федерация төбәктәренең тәжрибәһен өйрәнеү мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ыңғай хәл итеү варианттары бар, шул иҫәптән ер участкалары биреү мөмкинлеге булмаған урында торлаҡ алыуға социаль түләүҙәр биреү аша. Ҡайһы бер субъекттарҙа ишле ғаиләләр өсөн ер участкалары булдырыу буйынса дәүләт программалары эшләй. Бындай участкаларҙы инженер һәм юл инфраструктураһы менән тәьмин итеү буйынса программалар бар. Һис шикһеҙ, бөтә был тәжрибә менән файҙаланырға һәм был мәсьәләгә ныҡлап тотонорға кәрәк.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов муниципалитеттарға 2019 йылда ташламалары булған граждандарға ер участкалары биреү буйынса эште күбеһенсә тамамларға, ә ҡалаларға участкалар менән тәьмин ителгәнлек буйынса уртаса 50-60 процент кимәленә сығырға ҡушты. Ә 2020 йылда был мәсьәлә көн тәртибенән алынырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1175309-rustem-khamitov-provyel-soveshchanie-po-obespecheniyu-zemelnymi-uchastkami-lgotnykh-kategoriy-grazhd/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть