Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Америка дарыуҙарына һалым һалмаясаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Америка дарыуҙары Рәсәйҙең яуап итеп импорт һалымдары индереләсәк тауарҙар исемлегенә инмәй, тип асыҡлыҡ индерҙе иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, тип хәбәр итә «Известия».

Һалым Рәсәй баҙарында аналогтары булған тауарҙарға ғына ҡағыла, тип айырып әйтте министр. Өҫтәмә һалым һалынасаҡ Америка тауарҙары исемлеген Иҡтисади үҫеш министрлығы яҡын көндәрҙә әҙерләй.

Алдан 19 июндә Максим Орешкин Рәсәйҙең АҠШ-нан индерелгән бер төркөм тауарҙарға импортҡа өҫтәмә һалым һалырға ниәтләнеүен белдергәйне. Уның һүҙҙәренсә, был Американың протекционистик сәйәсәтенә яуап булып хеҙмәт итәсәк.  

http://www.bashinform.ru/news/1175402-rossiya-ne-budet-oblagat-poshlinami-na-amerikanskie-lekarstva-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть