Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.19 ↓

EUR 79.35 ↑

18 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй йыйылмаһы Египеттың милли командаһын еңде

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Рәсәй йыйылмаһы 2018 йылғы Донъя чемпионатының төркөм этабындағы икенсе тур матчында Египеттың милли командаһын еңде.

Шишәмбе, 19 июндә, Санкт-Петербургта үткән осрашыу рәсәйҙәр файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланды.

Икенсе осорҙа туптың һаҡсы Әхмәд Фәтхиҙең тубығынан мысырҙарҙың ҡапҡаһына ҡаҡсып инеп китеүе Станислав Черчесов тәрбиәләнеүселәрен алға сығарҙы. Шул рәүешле, иҫәп асылды – Рәсәй файҙаһына 1:0. 59-сы минутта Денис Челышев тупты туп-тура тибеп фараондарҙың ҡапҡаһын ҡыйратты һәм иҫәп 2:0 булып китте, бынан һуң тағы өс минуттан Артем Дзюба йәнә туп индерҙе.

73-сө минутта Египет йыйылмаһы форварды Мөхәмәд Сәләх пенальти эшләне һәм иҫәптә ҡалышыуҙы ҡыҫҡартты. Әммә шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй йыйылмаһы 6 мәрәй йыйҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе турҙа ул 5:0 иҫәбе менән Сәғүд Ғәрәбстаны командаһын еңде. Кисәңге еңеүгә була рәсәйҙәр 32 йылда тәүгә чемпионаттың 1/8 өлөшөнә сыҡты.

Уйын тамамланғандан һуң Станислав Черчесов иң яҡшы тәьҫоратта булыуын, команданың ҡуйылған бурысты үтәүен билдәләне.

«Беҙ еңә алабыҙ һәм уны теләйбеҙ һәм шулай эшләргә кәрәк тә», — тине тренер командаһына.

Әлеге ваҡытта Рәсәй йыйылмаһы Новогорскиҙағы базаға юлланды, унда ул артабандағы матчтарға әҙерләнә. Киләһе уйын 25 июндә Һамарҙа була. Беҙҙең футболсылар Уругвай командаһы менән осраша, уйын киске сәғәт 7-лә башлана.

Был юлы төньяҡтағы баш ҡала стадионы 64 мең тамашасыны йыйҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1175412-sbornaya-rossii-vyigrala-natsionalnuyu-komandu-egipta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть