Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала бензинға хаҡтар тотороҡланды – Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда бензинға һәм дизель яғыулығына ваҡлап һатыу хаҡтары тотороҡланды, тип хәбәр итә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.

«Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығы, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм Башҡортостанстат менән берлектә автомобиль һәм газ-мотор яғыулығына ваҡлап һатыу хаҡтарына аҙналыҡ мониторинг үткәрә», билдәләнеләр ведомствола. «Улар нефть продукттарын ваҡлап һатҡан республиканың ҙур сауҙа предприятиеларын үҙ эсенә алған. Бөгөнгә ваҡлап һатыу баҙарында хаҡтар тотороҡланды», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Нефть продукттарына хаҡтарҙың үҫешен тотҡарлау өсөн федераль кимәлдә саралар күрелде. Һүҙ, атап әйткәндә, тармаҡҡа һалым йөкләмәһен – бензинға һәм дизель яғыулығына акциздар ставкаһын төшөрөү хаҡында бара.

«Баҙарҙың конкурентлы булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Республика биләмәһендә ике вертикаль интеграцияланған нефть компанияһы һәм 10-дан ашыу бойондороҡһоҙ уйынсы эшмәкәрлек алып бара, — тип өҫтәне Нина Никандрова. — Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың майында республикала төрлө маркалы бензин һәм дизель яғыулығына ҡулланыу хаҡтары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбән булды».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, майҙа Башҡортостанда бензиндың хаҡы алты тапҡыр ҡиммәтләнде.

  

http://www.bashinform.ru/news/1174938-v-bashkirii-stabilizirovalis-roznichnye-tseny-na-benzin-goskomtorgovli/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть