Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда нефтсе һыуға батып барған оло йәштәге ҡатынды ҡотҡарған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Яңауыл районының Ирдуған ауылында оло йәштәге ҡатындың ялы саҡ фажиғә менән тамамланмаған. Байрамдарҙан һуң пенсионер ҡатын ауыл уртаһында урынлашҡан өйөнән сыҡҡас үҙен ҡапыл насар тоя башлай — ҡан баҫымы күтәрелә. Бисара күлгә ҡолай һәм бата башлай. Ошо ваҡытта  иптәше менән скважиналарҙы тикшерергә йүнәлгән нефтсе Руслан Имаев эргәнән үтеп барған була. Ир күп уйлап тормай — һыуға ташлана.

«Инәйҙе һыуҙан тартып сығарғас, улар иптәше менән ауыл фельдшерын саҡыра, ләкин уның хәле ауыр була. Тиҙ ярҙамға шылтыратырға тура килә. Ҡатынды реанимацияға һалып, уны ҡотҡарыу өсөн бөтә саралар күрелә. Әле зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегенә күсерелгән, уның хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана», — тип яҙа «Яңауыл таңдары»

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ҡатын гипертоиния менән яфалана, быға тиклем дә баш әйләнеүе күҙәтелгән. Ә Руслан үҙен герой тип иҫәпләмәй. Минең урынымда булған һәр кем шулай эшләр ине, ти ул.

http://www.bashinform.ru/news/1174855-v-bashkirii-neftyanik-spas-tonushchuyu-v-ozere-pozhiluyu-zhenshchinu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть