Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә яҡындағы биҫтәлә шәхси йорт төҙөү өсөн өс участка аукционға сығарыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө властары шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаларын һатыу буйынса сираттағы аукцион ойоштора. Сауҙалашыуға Нуғайҙа (23 квартал), Ветошниковта (Вешняковская урамы, 76-сы йорт янында), Затонда (Троицк урамы, 12-се йорт эргәһендә) өс участка әҙерләнгән. Уларҙың майҙандары — 14,7, 15, 9 сутый.

Участкаларҙың башланғыс хаҡы: Нуғайҙа — 1,26 миллион һум самаһы, Ветошниковта — 1,2 миллион, Затонда  — 1,41 миллион.

Сауҙалашыуҙа ҡатнашыусыларҙан лоттарҙың тәүге хаҡынан 50% аҡса талап ителә. Аукцион аҙымы — 3%. Барлыҡ участкаларға ла электр селтәре һәм газ үткәргес һуҙырға мөмкин, үҙәкләштерелгән һыу тәьминәте юҡ.

Сауҙалашыу 27 июлгә ҡала хакимиәте бинаһында көндөҙгө сәғәт 3-кә билдәләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1174892-v-ufe-na-torgi-vystavili-tri-uchastka-pod-izhs-v-blizhayshem-prigorode/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть