Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Айнур Сыртаев көрәш буйынса донъя чемпионы булды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Туймазынан Айнур Сыртаев көрәш буйынса донъя чемпионы булды. Донъя чемпионаты Татарстанда уҙҙы, унда 42 илдән 150-гә яҡын иң яҡшы көрәшсе ҡатнашты.

Рәсәй йыйылмаһы исеменән турнирҙа дүрт төбәктән ете көрәшсе: Айнур Сыртаев (Башҡортостан), Егор Егоян (Төмән өлкәһе), Азат Нурмөхәмәтов (Татарстан), Альберт Рәхмәтуллин (Төмән өлкәһе), Ренас Кәлимуллин (Татарстан), Илмир Төхвәтуллин (Татарстан), Муса Ғәлләмов (Марий Эл) сығыш яһаны.

Ҡаҙағстан көрәшсеһе менән финал алышында 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Туймазынан Айнур Сыртаев еңеү яуланы һәм донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Спортсы менән «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексының 2-се спорт мәктәбе тренеры Ренат Еникеев шөғөлләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1174914-aynur-syrtaev-iz-bashkirii-stal-chempionom-mira-po-borbe-kuresh/

Теги: көрәш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть