Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бағышланған кисә уҙҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференциялар залында, Башҡортостандың милли батыры, шағир һәм полководец Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған кисә үтте. Республика вәкиллеге эргәһендә эшләп килгән «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге әүҙемселәренең сығышы иң әһәмиәтлеһе булды.

Байрам Салауат Юлаев тураһында «Оран» фильмын күрһәтеүҙән башланды, шунан һуң йыйылыусылар «Аҡ тирмә» фольклор коллективы йыр төркөмөнөң сағыу музыкаль номерҙарын ҡараны, Салауат Юлаевтың тормош юлы хаҡында тарихи очерк менән танышты, үҙәк артистары башҡарыуында уның ялҡынлы шиғырҙарын, йыйылыусыларҙың башҡорт халҡының тарихы тураһында сығыштарын тыңланы.

Кисәлә ҡатнашыусылар «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Гөлсинә Батыршинаның сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте, ул «Аҡ тирмә» коллективының ижади эшмәкәрлеге, яңыраҡ Төркиәгә «Науруз» төрки халыҡтарының халыҡ-ара фестиваленә барыуҙары, Истанбулда «Әрүахтар һамағы» йырына клип төшөрөүҙәре хаҡында бәйән итте. Бөгөн уны социаль селтәрҙә лә күрергә мөмкин, ул киң популярлыҡ менән файҙалана. Бынан тыш, кисәлә коллективтың «Баҫа-баҫа» һәм «Ҡурайсы егеткә» клиптары менән таныштырыу булды. Кисә импровизацияланған флешмоб — «Ай, һай, Салауат!» тигән дәртле йырға бейеү менән тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1174802-v-moskve-proshel-vecher-posvyashchennyy-dnyu-rozhdeniya-salavata-yulaeva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть