Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Күмертау ҡалаһының Маячный ҡасабаһында ауыл халҡы күптән көткән яңы балалар баҡсаһын төҙөү башлана. Иҫкеһе авария хәлендә һәм заманса талаптарға яуап бирмәй, өҫтәүенә барлыҡ теләүселәрҙе лә ҡабул итә алмай, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.

Маячный ҡасабаһы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарының бер нисә ҙур предприятиеһы өсөн майҙансыҡҡа әүерелде, шуға ярашлы, тораҡ пунктҡа социаль өлкәлә лә үҫешеү мөһим. 150 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһын асыу тәүге аҙымдарҙың береһе булмаҡсы, был барлыҡҡа килгән сиратты тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирә.

Подрядсы «Капиталстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөш эштәрен ике йыл дауамында тамамларға ниәтләй. Объект Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект программаһына индерелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1174807-v-kumertau-poyavitsya-novyy-detskiy-sad/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть