Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Өфө эргәһендә бушлай «Урал йондоҙо» музыка һәм спорт фестивале үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө эргәһендә бушлай «Урал йондоҙо» музыка һәм спорт фестивале үтә.

Төнгө Бүреләр бөтә Рәсәй мотоклубы эгидаһы аҫтында сара 7 июлдә Өфөнән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан майҙанда (М5 трассаһы, 1508-се саҡрым) үтә.

Фестивалдә эстрада йондоҙҙары Вика Цыганова, Ольга Кормухина, Юлиә Чичерина һәм «7Б» төркөмө сығыш яһай.

Фестиваль программаһында: автомобилдәр алышы, каскадерҙарҙың күрһәтмә сығышы, MadMan командаһынан донъя кимәлендәге мотофристайл, шулай уҡ эксклюзив авто, мото һәм хәрби техникалар күргәҙмәһе.

«Урал йондоҙо» фестивале махсус йыһазландырылған майҙанда үтә. Бында 1500 палатканан торған ҡаласыҡ урынлаша. Унда 6 июлдә киске сәғәт 6-нан инергә мөмкин. Палатка һәм экипировканы үҙең менән алырға кәрәк, урында ҡуртымға биреү ҡаралмаған. Фестивалгә инеү яғында 7 мең автомобиль һыйышлы тәүлек әйләнәһенә туҡталҡа була.

Фестиваль көндө, 7 июлдә, ҡаланан «Урал йондоҙо» фестиваленә тиклем түләүле маршрут ойошторола. Автобустар «ӨМЭПБ» һәм «Дуҫлыҡ монументы» туҡталыштарынан ҡуҙғалып китә.

«Урал йондоҙо» фестивале Башҡортостанда икенсе тапҡыр уҙа. Тәү тапҡыр, 2017 йылда, сара 7 меңгә яҡын кешене йыйҙы.

Инеү ирекле.

http://www.bashinform.ru/news/1174971-pod-ufoy-proydet-besplatnyy-festival-muzyki-i-sporta-zvezda-urala/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть