Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Футбол буйынса Донъя чемпионаты – 2018: Санкт-Петербургта Рәсәй йыйылмаһы Египет менән алыша

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн, 19 июндә, мундиалдең алтынсы көнөндә Рәсәй йыйылмаһы мысырҙар менән уйнай. Матч Санкт-Петербургта була, ул Мәскәү ваҡыты буйынса төнгө сәғәт 9-ҙа башлана.

Рәсәй командаһы Сәғүд Ғәрәбстаны менән үҙ файҙаһына 5:0 иҫәбе менән тамамланған ҡара-ҡаршы тороштан һуң ул үҙ төркөмөндә өс мәрәй менән беренсе урынға сыҡты. Плей-офҡа юллама алыр өсөн Черчесов тәрбиәләнеүселәренә кәмендә бер тапҡыр еңергә, ә өсөнсө матчты тигеҙ иҫәпкә уйнарға кәрәк.

Египет йыйылмаһы быйылғы Донъя чемпионатында Уругвай командаһы менән тәүге алышында иң аҙ иҫәп менән еңелде: 90-сы минутта берҙән-бер туп индерелде. Уҙған көндәрҙә, матбуғат конференцияһында Египет йыйылмаһы тренеры майҙанға команданың лидерын, «Ливерпул»дең йондоҙло форварды Мөхәмәд Сәләхте сығарырға ниәтләнеүен белдерҙе. Ул Египеттың тәүге 5 бомбардирына инә, «Алтын бутса» трофейына эйә һәм 2011 йылдан милли йыйылма өсөн сығыш яһай – уның иҫәбендә 57 матч һәм 33 индерелгән туп. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Чемпиондар лигаһы финалында йәрәхәтләнде һәм был чемпионатта командаһының тәүге уйынын ҡалдырҙы.

Был уйынға фараздар һәм ставкалар тураһында һүҙ йөрөткәндә, букмекерҙар шикһеҙ алдынғыны билдәләмәй һәм бары тик мундиаль хужаларына бер аҙ өҫтөнлөк бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1174846-chempionat-mira-po-futbolu-2018-v-sankt-peterburge-sbornaya-rossii-srazitsya-s-egiptom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть