Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡорттар һәм татарҙар Женевала Һабантуйға йыйылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Швейцария һәм Европа башҡорттары һәм татарҙары Һабантуйға йыйылды.

Байрам бына инде өсөнсө йыл рәттән Женевалағы Мариньяк паркында үтте. Уны Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорттар һәм татарҙар ассоциацияһы ойошторҙо.

Ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле мәҙәни-спорт программаһы тәҡдим ителде. Сараға йыйылғандарҙы башҡорт балы, сәк-сәк һәм башҡа милли аш-һыу менән һыйланылар. Һабантуйҙа дөйөм ҡатнашыусылар һаны 500 кешегә етте.

Байрам башҡорт һәм татар телдәрендә асылды, артабан рус һәм француз телдәрендә дауам итте. Сәләмләү менән Швейцариялағы Рәсәй вице-консулы сығыш яһаны.

  

«Һабантуй бик һәйбәт үтте! Беҙ яҡташтар һәм Европала йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән осраштыҡ. Рәсәйҙән, Бөйөк Британиянан, Италиянан, Германиянан, Франциянан, Испаниянан килгән ҡунаҡтар менән ихлас аралаштыҡ. Ғаиләләр күп булды. Италияла йәшәүсе ике башҡорттоң Германияла бер-береһен табыуы ғәжәйеп тарих һөм өҫтәүенә улар матур итеп башҡортса һөйләшә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына байрамдың ойоштороусыһы Айһылыу Йәнтурина-Дарлес. — Ғөмүмән, Женевалағы Һабантуй башҡорттар осрашҡан дөйөм Европа майҙансығына әйләнде. Беҙҙә ике йыл булған бер кеше шуны төҫмөрләгән: йылдан-йыл оҫталығығыҙ һәм Европалағы ватандаштарығыҙ араһында абруйығығыҙ үҫә. Европала милли байрамдар үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашыуығыҙ мөһим».

Агентлыҡ әңгәмәсеһе 2019 йылда һабантуйҙы Миланда уҙғарыу тураһында килешкәндәрен билдәләне.

Концерт программаһында Женева, Лозанна, Анси, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары артистары сығыш яһаны.

Башҡортостандан «Тамыр» телеканаланың үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы төркөмө, Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Йәмилә Бикбаева, Мәскәү башҡорто, «Байыҡ» конкурсы ҡатнашыусыһы, ҡумыҙсы Зәбиҙә Хазиева булды.

Санкт-Петербургтан йырсы Гөлнур Ҡарабулатова С.Низаметдиновтың «Ҡояшым» йырын һәм халыҡ ижады ынйыһы – «Урал бәйете»н башҡарҙы.

Ғәҙәттәгесә, һабантуйға Сибайҙан Йәнтуриндар ғаиләһе килде. Улар байрамдың символы булды һәм йыл һайын ҡунаҡтарҙы үҙенең ижады менән ҡыуандырҙы. Был юлы ғаилә башлығы Сәфәрғәли Йәнтурин ҡурайҙа уйнаны.

Спорт сараларын уҙғарыу өсөн һабантуйға көрәшселәр йыйылды. Ҡатнашыусыларҙы баһаларға Женеваға Татарстан судьяһы килде. Ярышта батыр Айбулат Йәнтурин еңеүсе булды.

Быйыл байрамға Удмуртия татарҙары ла ҡушылды, улар күргәҙмә ойошторҙо.

http://www.bashinform.ru/news/1174433-bashkiry-i-tatary-shveytsarii-i-evropy-sobralis-v-zheneve-na-narodnyy-prazdnik-sabantuy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть