Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Профиль кимәлендәге математика, химия һәм тарих буйынса яңы йөҙ балға яҙған уҡыусылар: улар Башҡортостандың ниндәй мәктәбенән һәм ҡалаһынан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

12 йөҙ балға тапшырған уҡыусы – был Башҡортостанда профиль кимәлендәге математика, химия һәм тарих буйынса тағы өс имтихан һөҙөмтәләре. Дөйөм алғанда, республиканың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, профиль кимәлендәге математика буйынса уртаса балл былтырғыға ҡарағанда юғары. Бынан тыш, был фән буйынса өс уҡыусы йөҙ балға тапшырған. Өфөләге өс дөйөм белем биреү йортоноң: 93-сө гимназия һәм 96-сы лицей, шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының өс сығарылыш уҡыусыһы һынауҙарҙы кәмселекһеҙ үтә алған. Әйткәндәй, былтыр республикала профиль кимәлендәге математика буйынса тик бер ҡатнашыусы ғына юғары балл йыйған.

Шулай уҡ тарих буйынса ла өс йөҙ балл һөҙөмтәһе, ул — Күмертау, Октябрьский һәм Өфө уҡыусыларында.

Химия буйынса алты ҡатнашыусы 100 балл йыйған. Уларҙың бишәүһе Өфөнән, бер уҡыусы Күмертау ҡалаһынан. Был һөҙөмтәләр шулай уҡ былтырғыларҙан яҡшыраҡ: уҙған йыл химия һәм тарих буйынса берешәр кеше йөҙ балға яҙғайны.

Шул рәүешле, әлегә республикала 23 уҡыусы: туғыҙы – информатика буйынса, икәүһе – география буйынса, өсөшәр – профиль кимәлендәге математика һәм тарих буйынса, алтауһы химия буйынса иң юғары балл алған.

http://www.bashinform.ru/news/1174787-novye-stoballniki-po-profilnoy-matematike-khimii-i-istorii-iz-kakikh-oni-shkol-i-gorodov-bashkirii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть