Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылышына һайлауҙар билдәләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау билдәләнде. Был турала ҡарар кисә, 18 июндә, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Ултырышты республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.

Төбәктәге закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнде. Республика халҡы 110 депутат һайлаясаҡ. Өҫтәүенә уларҙың яртыһы бер мандантлы округ буйынса һайлана, ҡалған 55-е – берҙәм һайлау округы буйынса.

Ултырышта алдағы һайлауға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланды. Комиссия ағзалары алдағы һайлау кампанияһын ойоштороу һәм үткәреү өсөн кәрәкле бер төркөм ҡарарҙар ҡараны һәм ҡабул итте.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу власының даими эшләүсе органы булып тора. Ул 110 депутаттан тора һәм биш йылға һайлана. Яңы һайланған 18 депутат профессиональ даими нигеҙҙә эшләйәсәк.

Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала. Һайлауҙар дөйөм тиң һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән үткәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1174580-v-bashkirii-naznacheny-vybory-v-gossobranie-shestogo-sozyva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть