Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү башланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда аграрийҙар бесән (киптерелгән үлән) һәм сенаж (ҡаҡланған консерваланған үлән) әҙерләүгә тотондо. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 18 район хужалыҡтары күп йыллыҡ үләндәрҙе саба башлаған.

Малсылыҡ өсөн мал аҙығы запасының роле бик мөһим – беҙҙең тәбиғәт шарттарында малдар йылына биш ай самаһы көтөүҙә йөрөй ала, ҡалған ваҡытта уларҙы аҙбарҙа аҫрарға тура килә, тип аңлатты белгестәр. Бесән һәм һутлы мал аҙығы – рациондың мотлаҡ өлөшө. Үләндәр татлы булырға тейеш – ул туранан-тура һөттөң сифатына һәм хайуандың артымына тәьҫир итә.

http://www.bashinform.ru/news/1174705-v-bashkirii-nachalas-zagotovka-kormov-dlya-zhivotnovodstva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть