Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда Күсмә халыҡтар уйындары 4,5 мең тамашасыны йыйҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Күсмә халыҡтар уйындары» — этник спорт төрҙәре буйынса ярыштар 4500-ҙән ашыу тамашасыны йыйҙы.

Сара Әбйәлил районының «Яҡтыкүл» курортында уҙҙы. Ошондай форматтағы фестиваль республикала тәүгә ойошторолдо.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Елена Арямнова һөйләүенсә, милли көрәш, традицион уҡ атыу, аттан уҡ атыу кеүек этник спорт төрҙәрендә 100-ҙән ашыу батыр көс һынашты.

Һыбайлыларҙың «Ылаҡ» уйыны ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был башҡорттарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, алтайҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа һәм башҡа Азия халыҡтарында киң таралған. Ҡатнашыусылар бер-береһенән махсус рәүештә әҙерләнгән кәзә түшкәһен тартып алырға тейеш. Баймаҡ командаһы еңеүсе булды.

«Мин бер йыл шөғөлләнәм, уҡ атыу менән былтыр Курорт һабантуйынан һуң шөғөлләнә башланым», — ти уҡ атыу ярышында ҡатнашҡан Динә Мәһәҙиева.

Сараны ойоштороусы Салауат Нафиҡов был сарала ваҡиғалар туризмы кеүек ҙур потенциал күреүен билдәләне.

«Тамашасылар республиканың төрлө райондарынан килгәйне. Был йәнә бер тапҡыр республикала йәшәүселәрҙең Күсмә халыҡтар уйындары менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләй. Беҙҙең тамырҙарыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ошонда. Күсмә халыҡтар уйындарын, район һабантуйҙары тамамланғас, йыл һайын үткәрергә булдыҡ. Был Башҡортостандағы иң көслө спортсыларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә», — тине Салауат Нафиҡов.

Еңеүселәр 2018 йылдың 2-9 сентябрендә Ҡырғыҙстанда III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша.

«Мин Пензанан килдем. Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр. Тәүге килгәнемдә бының күңелемә яҡын икәнен тойҙом. Ҡыш көнө тау саңғыһы базаһында булғайным, әле Күсмә халыҡтар уйындарын ҡарарға килдем. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа ошондай уйынды күргәнем булманы, баҡһаң, ҡыҙыҡлы милли колорит, күңелле ял икән. Был яратҡан ерем генә түгел, ҡыҙыҡлы ял да», — тип фекере менән уртаҡлашты Күсмә халыҡтар уйындарын тамаша ҡылыусы Яна Кубаева.

Күсмә халыҡтар уйындарын ойоштороусылар булып Башҡортостандың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, «Яҡтыкүл» һәм «Юбилейлы» шифаханалары сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1174375-v-bashkortostane-igry-kochevnikov-sobrali-4-5-tysyachi-zriteley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть