Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда үлтереүсе ирҙең мәйетен сүп-сар һәм ағас ботаҡтары менән ҡаплап ҡуйған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарына 15 июндә кискеһен Дыуан районындағы йорттарҙың береһенән алыҫ булмаған урында 54 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килгән. Әлеге осраҡ буйынса республика Тәфтиш комитеты «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, енәйәт тиҙ арала асыҡланған. Енәйәт ҡылыуға ҡатнашы булған кеше тотолған. Ул Дыуан районында йәшәгән 35 йәшлек ир булып сыҡҡан. Уға ғәйепләү белдерелгән.

Тәфтишселәр фаразынса, 13 июндә кискеһен 35 йәшлек ир өйөнә ҡайтҡан һәм үҙенең ихатаһында Силәбе өлкәһендә йәшәгән 54 йәшлек танышын күргән. Тегеһе ғәйепләнеүсенең ҡатыны менән һөйләшеп торған. Ирҙәр араһында бәхәс сыҡҡан: Башҡортостанда йәшәгән ир утын ағасы менән ҡунаҡтың башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Зыян күреүсе алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән. Үлтереүсе уның кәүҙәһен йорттарҙың береһе яғына күсереп һалған һәм сүп-сар, ағас ботаҡтары менән ҡаплап ҡуйған.

Әле енәйәт сәбәптәре асыҡлана. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.

http://www.bashinform.ru/news/1174583-v-bashkirii-ubiytsa-prikryl-trup-muzhchiny-musorom-i-vetkami-/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть