Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Роспотребнадзор Европаның 28 илендә ҡыҙылса сиренең таралыуы хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Роспотребнадзор) Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 2018 йылда донъяның бер нисә төбәгендә ҡыҙылса буйынса эпидемиологик тынысһыҙлыҡ теркәлгән. Европала был сирҙең 28 илдә таралыуы күҙәтелә — инфекцияны урында тапшырыу осраҡтары 76% тәшкил итә.

Украиналағы хәл ведомствола айырыуса хәүеф тыуҙыра, 2017 йылда унда сир күрһәткесе 2016 йылғы кимәлдән 70 тапҡырға артып киткән. Өҫтәүенә ҡыҙылсанан һуң өҙлөгөү арҡаһында 11 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Ағымдағы йылда Львов, Карпат аръяғы, Ивано-Франковск, Одесса, Черновицкая өлкәләрендә, Киевта бик күп осраҡтар теркәлә. Инфекция таралыуының төп сәбәбе – халыҡтың ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатмауы.

Бынан тыш, Аргентинала, Бразилияла, Колумбияла, Эквадорҙа, Мексикала, Перуҙа, шулай уҡ Канадала һәм АҠШ-та ауырыу сығанаҡтары теркәлгән.

2018 йылда инфекцияның таралыуы дауам итә: ҡыҙылсаның 900-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, бер нисә тиҫтә үлем осраҡтары тураһында мәғлүмәттәр бар. Ансоатеги, Боливар, Дельта-Амакуро, Монагас, Сули штаттарында сирлеләр бик күп.

Роспотребнадзор белдереүенсә, ҡыҙылсаны берҙән-бер һөҙөмтәле иҫкәртеү сараһы – вакцинация, шуға күрә прививка яһатмаған һәм быға тиклем ҡыҙылса менән сирләмәгән кешеләргә сәфәргә сығырҙан 14 көн алдараҡ прививка эшләтергә кәңәш ителә.

Башҡортостанда 2016-2017 йылдарҙа бер ауырыу осрағы теркәлгән, йәғни республикала ҡыҙылса буйынса эпидемиологик хәл имен тип баһалана. Төбәктә халыҡтың йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививка яһатыу кимәле ярайһы уҡ юғары һәм 95-98% тәшкил итә. Шул арҡала ҡыҙылса, эпидемик паротит, дифтерия, быума йүтәл, һын ҡатыу менән сирләү кәмегән, сәсәк ауырыуы бөтөрөлгән.

Ҡыҙылса тураһында һөйләгәндә, шуны белергә кәрәк: һәр кем 35 йәшкә тиклем ошо сиргә ҡаршы ике прививка яһатырға тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәре йәшенә ҡарамай прививка эшләтә. Кәрәкле прививкалар схемаһын алыу өсөн йәшәгән урын буйынса терапевтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1174372-rospotrebnadzor-preduprezhdaet-o-rasprostranenii-kori-v-28-stranakh-evropy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть