Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Хөкүмәт пенсия системаһында балдарҙы бөтөрөргә йыйына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Хөкүмәте пенсия балдарын бөтөрөргә ниәтләй. «Рәсәй-1» телеканалы эфирында вице-премьер Татьяна Голикова ошо хаҡта белдерҙе.

«Известия» яҙыуынса, 2015 йылғы пенсия реформаһы хеҙмәт пенсияһының страховка һәм тупланма өлөштәрҙән тороуын күҙ уңында тота ине. Страховка пенсияһын иҫәпләгәндә пенсия балдары файҙаланылды, хеҙмәт стажының һәр йылы шулар менән баһаланды, ә пенсия тәғәйенләгәндә тупланған балдар һумға күсерелде.

Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына дәғүә итеү өсөн 30 һәм унан күберәк балл йыйырға кәрәк булды. Норма 2025 йылдан тулыһынса эшләй башлар тип күҙалланды. Мәҫәлән, 2015 йылда 6,6 балл етә ине. Хәҙер был системанан баш тартырға хәл ителгән.

Халыҡтың йыйған аҡсаһы һаҡлана, тип белдерҙе вице-премьер. Уның һүҙҙәренсә, 2019 йылғы сираттағы пенсия реформаһы пенсия күләмен кәм тигәндә эш хаҡынан 40% тиклем еткерергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1174314-pravitelstvo-sobiraetsya-otmenit-bally-v-pensionnoy-sisteme/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть