Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнән Грузияға тура авиарейстар асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнән Грузияға тура авиарейстар асылды. Уҙған шәмбелә 50 пассажир һыйҙырышлы Bombardier CRJ-200 самолётында тәүге Батуми-Өфө-Батуми осошо башҡарылды. Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте вәкилдәре әйтеүенсә, Өфөнән Батумиға тура даими рейстар 22 сентябргә тиклем күҙаллана. Улар шаршамбы һәм шәмбе көндәренә билдәләнгән, юлға өс сәғәт китә. Туристар Өфөнән киске 7-се 5 минутта юлға сыға, Батумиға киске 8-се 5 минутҡа барып етә. Һәр пункт өсөн урындағы ваҡыт күрһәтелгән.

Ике яҡҡа авиабилеттар хаҡы бер пассажир өсөн 22 107 һумдан башлана.

Балалары булған пассажирҙар яңы авиарейстың уңайлы булыуын билдәләгән дә инде. «Балалар менән сәйәхәт иткәндә Өфөнән күсеп ултырмайынса осоуы бик яҡшы», — ти улар.

http://www.bashinform.ru/news/1174240-iz-ufy-mozhno-uletet-na-otdykh-v-gruziyu-bez-peresadok/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть