Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Режиссер Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан аҡса алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Танылған башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың проекты 2018 йылда Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан аҡса алды.

«Әлегә миңә субсидияның аныҡ суммаһы билдәһеҙ, — тип хәбәр итте Айнур Асҡаров «Башинформ» агентлығына.— Проекттың дөйөм бюджеты — 60 миллион һум».

Был — көтөлмәгән хәлдә иҫән ҡалыу тураһында драма. Сюжет 2016 йылда режиссерҙың тыуған яғында — республиканың Хәйбулла районында булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Проектты Свердловск киностудияһы тәҡдим иткән. Сценарий авторы — Айҙар Аҡманов, режиссер «Өфөнән һөйөү менән» романтик комедияһында ла уның менән бергә эшләгәйне.

«Буран» — ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән фильм ул. Унда барыһы ла бар: интригалар, үлем, мөхәббәт һәм хатта сабыйҙың донъяға килеүе лә! Хәл көслө буран ваҡытында юлда ҡалған машиналарҙа бара», — тип асыҡлыҡ индерҙе Айнур Асҡаров.

Ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарарҙы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Уйын автор һәм эксперименталь кино буйынса эксперт советы ҡабул иткән.

Бөтәһе 35 проект еңеүсе булды Конкурста уйын автор һәм эксперименталь фильмдар төшөрөүгә 38 ғариза ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1174097-film-bashkirskogo-rezhissera-aynura-askarova-buran-poluchil-finansirovanie-minkultury-rossii/

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть