Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың 23 районында депутаттар һайланылар

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда 2018 йылдың 17 июнендә 23 муниципаль райондың урындағы үҙидаралыҡ органдарына өҫтәмә һайлауҙар үтте. Тауыш биреүҙе ойоштороуҙа 83 участка комиссияһы ҡатнашты. 70 мандат билдәләнде.

  

«Барлыҡ депутаттар һайланды. «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре – 57, «Ғәҙел Рәсәй» — биш, ЛДПР һәм КПРФ — берешәр, Рәсәй патриоттары – ике, теләк белдереүселәр дүрт мандат алды. Халыҡтың 63,24 проценты килде. Дәүләкән, Иглин, Ишембай, Ғафури, Стәрлебаш, Благовар райондары һайлыусылары нығыраҡ әүҙемлек күрһәтте», — тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.

http://www.bashinform.ru/news/1174424-v-bashkirii-vybrany-deputaty-v-23-rayonakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть