Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө моделе республиканан «Ер шарының Туризм һылыуҡайы-2018» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында сығыш яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөнән «Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы моделе Эльмира Шаихова республиканан «Ер шарының Туризм һылыуҡайы-2018» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында сығыш яһай.

Конкурс Ҡытайҙа үтә, унда Аргентина, Венесуэла, Франция, Австрия, Австралия, АҠШ, Көньяҡ Корея, Һиндостан, Румыния, Бразилия, Таиланд, Филиппин, Индонезия һәм башҡа ил һылыуҡайҙары йыйылған.

Конкурс сиктәрендә ҡыҙҙар Ҡытайҙың алты ҡалаһында: Шанхайҙа, Ганьсу провинцияһындағы Цзяюйгунда, Аньхой провинцияһындағы Сюаньченда, Сычуань провинцияһындағы Чендула, Гуандун провинцияһындағы Тайшанда, Чжоуцунда һәм Зибола була.

Еңеүсене 8 июлдә билдәләйҙәр.

Эльмира Шаиховаға 18 йәш, ул Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идаралығы институтында уҡый. Быйыл ул – «Башҡортостан һылыуҡайы-2018», былтыр «Өфө гүзәле-2017» титулына лайыҡ булды.

http://www.bashinform.ru/news/1174310-model-iz-ufy-predstavit-respubliku-na-mezhdunarodnom-konkurse-krasoty-miss-turizm-planety-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть