Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Халыҡ Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең асылыуын көтә»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе яңыртыу барышы менән танышты. Төҙөүселәр әйтеүенсә, объектта эштәр тәүлек әйләнәһенә бара, уларҙы июлдең 20-һендә тамамлау күҙаллана.

Күперҙе файҙаланыуға тапшырғандан һуң уны тулыһынса тикшерергә һәм уның хеҙмәт итеү ваҡытын арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә эштәрҙе башҡарырға кәрәк, тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. Улар иҫәбендә – таяу ҡоролмаларын коррозияға ҡаршы эшкәртеү, күпергә йөкләмәне кәметеү  өсөн суйын яндауырҙарын еңелерәктәргә алмаштырыу һәм башҡалар.

— Кешеләр был күперҙе серек, уның буйлап йәйәү генә йөрөргә мөмкин тип күҙ алдына килтерә, – тине республика Башлығы. – Юҡ, уны еренә еткереп эшләгәндә, унан машинала йөрөргә була. Гарантия ике йылға түгел, ә кәмендә өс-биш йылға булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, таяуҙарҙы яңыртыу менән бер рәттән объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫ өсөн асфальт ҡатламын ремонтлау буйынса эштәрҙе башларға кәрәк.

Башҡортостан Башлығы Ағиҙел күперен хеҙмәтләндергән һәм шундай хәлгә юл ҡуйған ойошманың эшен тәнҡитләне.

  

- Бының өсөн кем яуап бирә? Ни өсөн һеҙ тиҫтәләрсә һәм йөҙҙәрсә мең кешене тығында торорға мәжбүр итәһегеҙ? Тәүҙә күперҙе шундай хәлгә килтерҙегеҙ, һуңынан батырҙарса көрәшәһегеҙ, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. – Эштәрҙе бер ваҡытта алып барығыҙ. Һәр көн ҡәҙерле. Халыҡ күперҙең асылыуын көтә.

http://www.bashinform.ru/news/1174075-rustem-khamitov-lyudi-zhdut-kogda-otkroetsya-belskiy-most/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть