Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бер ҡатын ирен үлтереүе һәм кәүҙәһен ихатаға күмеп ҡуйыуы тураһында һөйләп бирҙе

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Өфө районында йәшәгән ҡатын үҙенең ирен үлтереп, кәүҙәһен ихатаға күмеп ҡуйыуы хаҡында һөйләп бирҙе.

10 майға ҡарай төндә ир менән ҡатын сираттағы тапҡыр һүҙгә килешә. Ҡатын иренә бысаҡ менән бер тапҡыр сәнсә, ул шунда уҡ йән бирә. Ул енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн мәйетте үҙҙәренең ихатаһындағы һарайға күмеп ҡуя.

2018 йылдың 20 майында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлегенә Өфө районында йәшәгән 43 йәшлек ирҙең юғалыуы тураһында хәбәр килә. Ғаризаны юғалған ирҙең күршеләре яҙған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының тәфтиш органдары кешенең хәбәрһеҙ юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ирҙең юғалыуына уның ҡатынының ҡатнашы булыуын асыҡлаған.

Йыйылған дәлилдәр ҡатындың ғәйепле икәнен раҫланы һәм ул үҙенең ғәйебен таныны. Ирҙең  мәйетен тәфтиш-оператив төркөм тапҡан.

Әлеге ваҡытта енәйәт сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эштәре һәм оператив-эҙләү эштәре бара. Ғәйепләнеүсе ҡатын ҡулға алынған. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1173976-zhitelnitsa-bashkirii-priznalas-chto-zarezala-svoego-muzha-i-zakopala-telo-vo-dvore-/

Теги: үлтереү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть