Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һуңғы ултырышта 30-ҙан ашыу закон проектын ҡарай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

22 июндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары парламенттың бишенсе саҡырылышы  составында һуңғы тапҡыр пленар ултырышҡа йыйыла. Халыҡ һайлап алыныусылары Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә көн тәртибен раҫланы, унда 30-ҙан ашыу закон проекты ҡараласаҡ.

«Беҙгә депутаттарҙың биш йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһау тора. Саҡырылыш эшмәкәрлеге тураһында тейешле доклад әҙерләнгән, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Сираттағы депутаттар корпусының эше тамамланыу менән алдағы ултырыштың көн тәртибе йөкмәткелелеге, шул иҫәптән тотош ҡабул итергә, ҡарарға әҙерләнгән өс тиҫтәнән ашыу  закон проекты бәйле. Коллегалар менән ағымдағы закон проекттары өҫтөндә эште тамамларға тырыштыҡ, әммә тормош бер урында ғына тормай, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарау яңы саҡырылышта дауам ителәсәк».

Атап әйткәндә, депутаттар «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарын көйләү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында, «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү тураһында» докладтарҙы тыңлай, беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы хаҡында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарай. Шулай уҡ халыҡ һайланыусылары һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен, музейҙар, мәҙәниәт, бюджет, кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһында закон проекттарын ҡарай. Алкоголь һатыу тураһында башланғыстарҙы Дәүләт Думаһына индереү хаҡында ҡарар ҡабул итеү һәм мировой судья вазифаһына кандидатураларҙы һәм Дәүләт Думаһанын килгән федераль закон проекттарын ҡарау күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1174144-deputaty-gossobraniya-kurultaya-bashkirii-na-poslednem-zasedanii-rassmotryat-bolee-30-zakonoproektov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть