Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Затонда Спорт әҙерлеге үҙәге төҙөлөшөн тикшерҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында Затон биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды.

Уның дөйөм майҙаны 37 мең квадрат метрҙан ашып китә. Ул үҙ эсенә 8,5 мең квадрат метр майҙанда спорт-күрһәтмә комплексын, 13,7 мең квадрат метр майҙанда йөҙөү бассейндарын, шулай уҡ табип-аяҡҡа баҫтырыу үҙәген, кафены һәм ҡунаҡхананы ала.

Үҙәктең төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итеү, паралимпия спортсыларының, шулай уҡ фехтование, теннис, бергә-бер көрәш, бокс, еңел атлетика кеүек спорт төрҙөре буйынса Рәсәй йыйылма командаларының күнекмәләрен үткәреү мөмкинлеге бар.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта бассейндар зонаһында спорт-күрһәтмә комплексы, бокс һәм фехтование, асыҡ спорт майҙансығын йыһазландырыу, шулай уҡ эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр бара. Бынан тыш, табип-аяҡҡа баҫтырыу үҙәге, кафе һәм ҡунаҡхана бинаһының тышын биҙәү дауам итә. 2019 йылдың майына үҙәктең төп биналары, шул иҫәптән спорт-күрһәтмә комплексы һәм бассейндар, файҙаланыуға тапшырырға әҙер була.

Көн һайын объектта 200-ләгән кеше эшләй. Финанслау графикка ярашлы, тотҡарлыҡһыҙ алып барыла.

  

- Хәҙер даими контроль режимына күсәбеҙ, шуға бында йышыраҡ күренербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә был объект кәрәк. Киләһе йыл – Халыҡ-ара балалар уйындары. Ул тулы күләмдә эшләргә тейеш. Яуаплылыҡ ҙур, шуға тиҙлекте кәметергә ярамай. Бөтәһе лә һәйбәт һәм ышаныслы булһын өсөн сифатты күҙәтергә кәрәк. Бер ниндәй осраҡта ла файҙаланыуға тапшырыу ваҡытында өҙлөклөк булыу мөмкин түгел.

http://www.bashinform.ru/news/1174039-rustem-khamitov-proinspektiroval-khod-stroitelstva-tsentra-sportivnoy-podgotovki-v-zatone/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть