Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә бер йәшлек сабый ҡайнар һыуға бешкән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында бер йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән һәм дауаханаға оҙатылған. Был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанма менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итә. Бәхетһеҙ осраҡ кисә Өфөнөң Калинин районында теркәлгән. Малайҙың өҫтөнә сәйнүктән ҡайнар һыу түгелгән.

Әлеге осраҡ буйынса республика Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.

Бынан алда «Башинформ» йәй башында республиканың Кушнаренко районында 6 йәшлек ҡыҙыҡайға бер биҙрә ҡайнар һыу түгелеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Май аҙағында Башҡортостандың Баймаҡ районында ла ошондай бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Ул саҡта өс бала эҫе һыуға беште. Ике йәшлек ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлдө.

http://www.bashinform.ru/news/1173546-v-ufe-godovalyy-rebenok-poluchil-ozhogi-oprokinuv-na-sebya-chaynik-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть