Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда халыҡ-ара тау ультрамарафоны 180-дән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Көньяҡ Урал биләмәһендә, Башҡортостандың Белорет һәм Әбйәлил райондарында, 9-12 июндә TransUral халыҡ-ара күп көнлөк тау ультрамарафоны уҙҙы. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыусылар дүрт көн эсендә ҡыҙыҡлы тау маршруттары буйлап һалынған арауыҡты артылды.

«Был бик ҙур һәм иҫ киткес һоҡланғыс этап булды. Уҙыштың һәр көнө бер-береһен ҡабатламаны — урындар, тауҙар, тупраҡ, үҫемлектәр алмашынды, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан. — Көньяҡ этаптың 180-дән ашыу ҡатнашыусыһы Ҡырҡтытау һырты, Ямантау (719 метр), Уралтау һыртының иң юғары нөктәһе, Көркәк тауы  (1008,8 метр) һәм Ҡыраҡа һырты, Әрүәк-Рәз тауы (1068 м) буйлап 140 саҡрым самаһы ер үтте».

Сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген Белорет ҡалаһы, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары тәьмин итте. Ҡотҡарыусылар дүрт көн буйына дежурлыҡ ойошторҙо һәм квадроциклда маршруттың иң ҡатмарлы участкаларын йөрөп сыҡты. Улар һәр минутта тәүге ярҙам күрһәтергә әҙер ине. Ультрамарафонда ҡатнашыусыларға ярҙам талап ителмәне, тип билдәләнә.

TransUral 2.0 — яңы дүрт йыллыҡ серияның башы, Рәсәйҙәге иң ҙур күп көнлөк тау ультрамарафонының яңы бүлеге. Дүрт йылда ҡатнашыусылар Көньяҡ, Урта, Төньяҡ һәм Поляр түңәрәк тирәһендәге Уралды яуларға ниәтләй.

http://www.bashinform.ru/news/1173451-mezhdunarodnyy-gornyy-ultramarafon-v-bashkirii-sobral-bolee-180-uchastnikov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть