Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала ауыл хужалығы кооперативтарына гранттар бүлеү башланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарына гранттар бүлеү башланды. Республика Ауыл хужалығы министрлығында махсус комиссия дәғүәселәрҙең бизнес-пландарын ҡараны. Әлегә Көйөргәҙе, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәсетле райондарынан дүрт ғариза килгән. Артабан комиссия ауыл хужалығы  кооперативтары урынлашҡан урындарға бара һәм 20 июндән һуң ҡарар ҡабул итә, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Ошо көндәрҙә республика хөкүмәте граждандар башланғысына нигеҙләнгән килем килтереүсе проекттарҙы үҫтереү өсөн грант биреү тәртибен раҫлаусы ҡарар сығарҙы.

Гранттың суммаһы 3 миллион һумға тиклем тәшкил итеүе ихтимал, сумманың 9%  ашыуын кооператив үҙе берлектә финансларға тейеш. Республикала килем килтереүсе проекттарға булышлыҡ итеүгә йыл һайын яҡынса 400 миллион һум бүлеү күҙаллана. Федераль бюджет проекттарға 100 мең һумға тиклем сумма менән ярҙам итергә әҙер.

Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге өсәү иҫәбенә инә. Әлеге мәлдә 304 ауыл биләмәһе ауыл хужалығы кооперацияһында ҡатнашырға теләк белдергән. 2020 йылға республикала 450 кооператив эшләргә тейеш, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.

http://www.bashinform.ru/news/1173457-v-bashkirii-nachali-raspredelyat-granty-selkhozkooperativam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть